Башҡортостан башлығы республика халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән тәбрикләне 23.02.2016

Рәсми ҡотлауҙа былай тиелә: «Был байрам тотош Рәсәй халҡын берләштерә, илдең бай тарихына иғтибар итергә, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн көстәрҙе бергә тупларға мөмкинлек бирә. Геосәйәси хәл ҡатмарлашыуы сәбәпле, ил мәнфәғәтен яҡлау йәнә алғы планға күсә».

Донъя кимәлендә Рәсәй Ҡораллы көстәренең абруйы арта. Ҡорал сифаты, хәрби әҙерлек кимәле буйынса алдынғылар рәтенә баҫтыҡ. Был һүҙҙәрҙең хаҡ булыуын күнекмә һәм тикшереү һөҙөмтәләре лә раҫлай.  Армия һәм флоттың ҡоралын яңыртыу буйынса күләмле программа ғәмәлгә ашырыла.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, яугир-интернационалистар, ил мәнфәғәтен яҡлап  төрлө локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, хәрби бурысын үтәүгә намыҫ менән ҡараған барлыҡ замандаштарыбыҙҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас ҡотлайым, ныҡлы сәләмәтлек, һынмаҫ рух һәм уңыштар теләйем тиелә,- Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика