Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов уҡыусыларҙы Белем көнө менән ҡотланы 01.09.2016

«Башҡортостанда быйыл 500 меңгә яҡын уҡыусы мәктәпкә бара, 200 меңдән ашыу студент юғары уҡыу йорттары, тағы ла шул сама егет-ҡыҙ һөнәрселек училищеларҙа һәм колледждарҙа белем аласаҡ».

«Дөйөм алғанда, бер миллионға яҡын бала һәм йәш егет һәм ҡыҙ парта артына ултыра. Беҙҙең республика өсөн был бик әһәмиәтле ваҡиға. Белем алыу - ул оло тырышлыҡ һәм хеҙмәт. Һеҙҙең арағыҙҙа республика һәм ил мәнфәғәттәре өсөн фиҙаҡәр эшләүсе кешеләр сығыуына ышанам. Хөрмәтле уҡыусылар, һеҙҙе байрам менән ҡотлайым, уңыштар, яҡшы кәйеф, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға һәм изгелектәр теләйем», тине Башҡортостан башлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика