Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән Умартасылар ассоциацияһының халыҡ-ара федерацияһы президенты Жиль Ратиа араһында үткән бөгөнгө осрашыуҙа балдың киләсәге тураһында фекер алышынды

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән Умартасылар ассоциацияһының халыҡ-ара федерацияһы президенты Жиль Ратиа араһында үткән бөгөнгө осрашыуҙа балдың киләсәге тураһында фекер алышынды 28.08.2015

Быйыл республика 12 мең тонна бал етештерергә ниәтләй. Уның яртыһы һатыуға, шул иҫәптән сит илдәргә китәсәк. Сөнки башҡорт балының даны донъя кимәлендә киң билдәле. Атап әйткәндә, Ҡытайҙа бөгөн махсуслашҡан сауҙа нөктәһе эшләй.  Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда әле татлы продукция етештергән эре предприятие юҡ, ул башлыса шәхси хужалыҡтар ҡулында. Был йәһәттән төбәктең ҡеүәте күпкә юғарыраҡ. Әммә  балды һатыуҙағы  ҡыйынлыҡтар төп проблемаларҙың береһе, тине Рөстәм Хәмитов.  

Бер үк ваҡытта республикала солоҡсолоҡ һаҡлап ҡалынған. Ҡырағай ысул менән алынған бындай балға донъя баҙары юғары хаҡ ҡуя. Шуға ла ошо йүнәлеште үҫтереү  мөһим, тине Жиль Ратиа. Сит ил эксперты шулай уҡ мәктәп уҡыусыларына бал таратылыуын, ә ҡайһы бер белем усаҡтарында умартасылыҡ дәресе алып барылыуын юғары баһаланы. Осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың 2021 йылда Бөтә донъя умартсылар конгрессын ҡабул итергә әҙер булыуын билдәләне. Бының өсөн республика ойойштороу комитетына үҙ кандидатураһын индерергә ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика