Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов  «Лукойл» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Вәғит Алекперов менән осрашты 04.02.2016

Унда ике яҡ араһында артабанғы хеҙмәттәшлек юлдары барланды.

Вәғит Алекперов  Башҡортостан биләмәһендә нефть компанияһы эшмәкәрлеген тағы ла киңерәк йәйелдереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әле уны торомошҡа ашырыу юлдары барлана. Осрашыу барышында Рөстәм Хәмитовҡа  ике яҡлы хеҙмәттәшлектең артабанғы йүнәлештәре тураһында проекттар күрһәтелде.
Вәғит Алекперов, «Лукойл» компанияһы президенты: «Өфөлә нефть продукттарын һатыу буйынса үҙәк төҙөлдө. Ул һигеҙ төбәкте хеҙмәтләндерә. Әле беҙ эшмәкәрлекте көнсығыш себерҙә йәйелдерергә уйлайбыҙ. Бының турала Башҡортостан башлығы ла хәбәрҙар булырға тейеш һәм беҙ уға проекттарҙы презентацияланыҡ».
Нефть компанияһы Башҡортостан иҡтисады өсөн әһәмиәтле  урынды биләй. Унан алынған һалымдар йылына өс йөҙ миллион һумдан ашып китә. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, «Лукойл» Башҡортостан өсөн ышаныслы һәм өмөтлө партнер булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика