Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский менән осрашты

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский менән осрашты 22.10.2015

Көньяҡ Урал делегацияһы Өфөгә  ШОС һәм БРИКС илдәренең Беренсе бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашыу өсөн килгән.  Осрашыуҙа төбәктәр араһында эшлекле һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тикшерелде.

Республика Башлығы Силәбе өлкәһе губернаторына башҡорт диаспораһына ярҙам күрһәтеүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Күрше өлкә делегацияһы Өфөгә бер нисә маҡсат менән килгән. Шуларҙың береһе республиканың ШОС һәм БРИКС саммиттарын уҙғарыу тәжрибәһен өйрәнеү. Сөнки 2020 йылда Силәбе лә халыҡ-ара саммитты ҡабул итергә ниәтләй.  Шуға ла һеҙҙең тәжрибәгеҙ беҙҙең өсөн бик мөһим, тине  Борис Дубровский.
ххх
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ бөгөн Көньяҡ Африка Республикаһының Лимпопо провинцияһы делегацияһы менән дә осрашты. Сит ил төбәк премьеры Матабата Чупа Стэнли башҡорт ҡымыҙынан хайран ҡалыуын, шуға ла ошондай уҡ эсемлекте өйгә ҡайтҡас  зебра һөтөнән эшләп ҡарау хыялы менән бүлеште. Осрашыу барышында яҡтар артабанғы хеҙмәттәшлек юлдарын барланы.
ххх
Пакистан Башҡортостан вертолеттарын һатып алырға һәм берлектәге эшҡыуарлыҡты үҫтерергә  йыйына. Төбәктең Белуджистан провинцияһы губернаторы Мөхәммәт Хан Ачакзай белдереүенсә, Пакистан Рәсәйҙе диңгеҙ продукттары менән тәьмин итергә әҙер. Шулай сит ил эшҡыуарҙарының береһе Өфөлә күн-тире фабрикаһы төҙөргә ниәтләй.  
хххх  
Башҡортостан башлығы шулай уҡ Ҡырғыҙстан вәкилдәрен дә ҡабул итте. Осрашыуҙа билдәләнеүенсә,  Һуңғы ваҡытта яҡтар араһында хеҙмәттәшлек ептәре нығый бара. Ҡырғыҙстандан йәшелсә, еләк-емеш килтереүҙе, Башҡортостандан ашлыҡ, малсылыҡ продукцияһы, минераль ашламалар оҙатыуҙы яйға һалыу мөһим. Еңел сәнәғәт өсөн туранан-тура сеймал менән тәьмин итеү "үҫеш нөктәләре"нең береһе булыуы ихтимал
ххх
Эшҡыуарлыҡ форумында ШОС һәм БРИКС илдәренә ҡарамаған төбәктәр ҙә ҙур теләк менән ҡатнаша. Шуларҙың береһе Италия делегацияһы. Башҡортостан башлығы менән осрашыуҙа ҡунаҡтар хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуҙарын һәм быға Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкциялар кәртә була алмауын билдәләне. Әйткәндәй, Башҡортостан вәкилдәре яҡын арала уҡ Италияға барасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика