Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Газпром идараһы рәйесе урынбаҫары Андрей Кругловты ҡабул итте

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Газпром идараһы рәйесе урынбаҫары Андрей Кругловты ҡабул итте 02.06.2016

Осрашыуҙа һүҙ республика властары менән «Газпром-транзгаз Өфө» предприятиеһы араһындағы хеҙмәттәшлек тураһында барҙы. Төбәк аша 100 миллиард кубометрҙан ашыу газ үтә, шуның 16 миллиардын сәнәғәт секторы һәм урындағы халыҡ ҡуллана. Рөстәм Хәмитов был күләмде арттырыу кәрәклеген  билдәләне. Бынан тыш, газ өсөн бурыстар тураһында фекер алышынды. Уларҙы ҡаплау темптары арта. Яҡтар араһындағы хеҙмәттәшлек социаль тәьминиәт мәсьәләләрендә лә асыҡ күренә.    

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең йыһан системаһы етәкселәре менән осрашты. Фекер алышыу барышында Башҡортостанда ГЛОНАСС системаһын индереү мәсьәләһе тикшерелде. Был көндәрҙә Өфөлә махсуслаштырылған форум эшләй. Унда йөҙҙән ашыу делегат ГЛОНАСС технологияһын транспортта, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, һаулыҡ һаҡлау, сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл һәм урман хужалыҡтарында ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Илдең йыһан системаһы етәкселәре төбәк үҙәктәренең  береһен Өфөлә урынлаштырыу тәҡдиме менән сыҡты.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика