Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе Евгений Каблов менән осрашты 16.07.2015

Фекер алышыу барышында яҡтар федераль учреждение менән республика предприятиелары һәм белем биреү йорттары араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре тураһында һөйләште.

Евгений Каблов әйтеүенсә, яҡтар араһындағы килешеүгә ярашлы бәйләнештәр  әүҙем үҫешә.  Шулай ҙа хеҙмәттәшлекте артабан да йәнләндереү маҡсатында осрашыуҙа  бер нисә килешеү төҙөргә ҡарар ителде. Атап үткәндә, Бөтә Рәсәй авиация материалдары ғилми-тикшеренеү институты, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе,  Рәсәй фәндәр академияһының металлдарҙың үтә һығылмалығы проблемалары институты һәм  Өфө дәүләт авиция-техник университеты етәкселәре хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика