Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Һарытауҙа Волга буйы федераль округы советы ултырышында ҡатнашты 22.10.2016

Осрашыуҙа иҡтисадтың реаль секторын үҫтереү һәм импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде. Волга буйы федераль округы етәксеһе Михаил Бабич үҙ сығышында төбәктәрҙең Рәсәй Президенты ҡуйған бурыстарҙы үтәү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып барыуын билдәләне. Илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров та ошондай уҡ фекерҙә.

Әлеге ваҡытта федераль министрлыҡ менән округка ҡараған барлыҡ субъекттар араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған. Уға ярашлы, сәнәғәт һәм сауҙа өсөн яуаплы урындарҙағы органдарға күберәк вәкәләттәр һәм мөмкинлектәр бирелгән. Совет ултырышы һуңында аныҡ тәҡдимдәр ҡабул ителде. Шулай уҡ урындағы власть вәкилдәренә импортты алмаштырыу буйынса бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәлеген тиҙләтергә ҡушылды. Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округы предприятиелары тәҡдим иткән продукциялар менән  танышты. Махсуслашҡан күргәҙмәгә Башҡортостандың «Полигон» һәм «ОЗНА» компаниялары импортты алмаштырған үҙ тауарҙарын килтергән.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика