Башҡортостан башлығы бөгөн Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ коммуналь хужалыҡ коллегия ултырышында сығыш яһаны 29.04.2016

Кәмәшмәлә  2015 йыл йомғаҡтары барланды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Ултырышта Рәсәй хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов, Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак, илдең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень, төрлө төбәктәрҙең етәкселәре ҡатнашты.

Фекер алышыуға  тармаҡ эшмәкәрлеген камиллаштырыу, заманса технологиялар үҙләштәрәү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә үҫтереү, проектлау һәм хаҡтар билдәләүҙең иҡтисади һөҙөмтәлелелен арттырыу юлдары  ҡаралды. Ултырышта Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та телмәр тотто. Республика төҙөлөш тармағы йылдам үҫешкән Рәсәй төбәктәренең береһе тип билдәләне ул. Файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә бишенсе, ә Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Күрһәткестәр тармаҡта ҡулланылған эш алымдарының заман талаптарына яуап биреүе менән бәйле.
Республика башлығы торлаҡ төҙөлөшөндәге хаҡтар һәм сифат мәсьәләһенә айырым  туҡталды. Улар тулыһынса талаптарға яуап бирмәй.  Кешеләр йыш ҡына бик ҡиммәткә фатир ала, ә тейешле сифат юҡ. Шуға ла был өлкәлә байтаҡ көс һалырға кәрәк әле тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика