Башҡортостан башлығы бөгөн эш сәфәре менән Күмертау ҡалаһы, Көйөргәҙе һәм Мәләүез райондарында булды 06.05.2017

Төбәктә ул социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре, төҙөлөш обьекттары һәм яҙғы сәсеү барышы менән ҡыҙыҡһынды.

Күмертау ҡалаһына Башҡортостан башлығының эш сәфәре Маяҡ ҡасабаһында урынлашҡан май һығыу заводынан башланды. Әле бында төҙөлөш бара. 2014 йылда нигеҙ һалынған объект 6 миллиард һумға баһалана. Былтыр уның тәүге өлөшө сафҡа инде. Әле бында тәүлегенә 350 тонна көнбағыш эшкәртелә. Завод тулы ҡеүәтенә эш башлау менән предприятиела  күрһәткес тәүлегенә 1200 тоннаға етергә тейеш. Май һығыу заводы Күмертау йылдам үҫеш биләмәһенең тәүге резиденттарының береһе. Рөстәм Хәмитов Күмертауҙа  инвесторҙар менән дә осрашты. Фекер алышыу барышында Башҡортостан башлығы йылдам үҫеш биләмәһенә инвестициялар йәлеп итеү буйынса  эҙмә-эҙлекле эш башҡарылыуын билдәләне. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан иҡтисадына аҡса һалырға теләүселәргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәге тураһында ла белдерҙе. Осрашыуҙа Башҡортостан район-ҡалаларынан килгән эшҡыуарҙар ғына түгел, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре лә ҡатнашты. Томск  ҡалаһынан Газинформпласт тикшеренеү үҙәге Күмертауҙа юғары технологиялы нефть ҡорамалдарын сығарыуҙы яйға һалырға ниәтләгән. Инвесторҙар менән осрашыуҙан һуң Рөстәм Хәмитов Көйөргәҙе районындағы Ҡансура ер аҫты газ һаҡлағысында булды. Предприятие  ер аҫтында газ һаҡлау буйынса Рәсәйҙә алтынсы урынды биләй. Әле  төҙөкләндереү эштәре бара. Уның һөҙөмтәһендә һаҡланған газ күләмен арттырыу күҙаллана. Башҡортостан башлығының эш сәфәре Көйөргәҙе һәм Мәләүез райондары баҫыуҙарында тамамланды.Төбәк етәксеһе  яҙғы сәсеү барышы менән ҡыҙыҡһынды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика