Башҡортостан Башлығы ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март байрамы менән тәбрикләне

Башҡортостан Башлығы ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март байрамы менән тәбрикләне 08.03.2017

Күркәм яҙғы байрамды күптән инде барыһы ла яратып өлгөрҙө. Тап һеҙ донъяға яңы ғүмер бүләк итәһегеҙ, ғаиләлә аңлашыусанлыҡ һәм ышаныс мөхите булдыраһығыҙ, матурлыҡ һәм мөхәббәт, изгелек һәм наҙ, һөйкөмлөлөк һәм аҡыл бүләк итәһегеҙ.

Ғүмерегеҙҙе балалар тәрбиәләүгә, ғаилә усағын һаҡлауға арнайһығыҙ, эшегеҙҙә лә  уңышҡа ирешәһегеҙ, ижтимағи тормошта ҡайнап йәшәйһегеҙ, мәрхәмәтлек менән шөғөлләнәһегеҙ, республика үҫешенә тос өлөш индерәһегеҙ.
Башҡортостанда һәр ҡатын-ҡыҙ дәүләт ярҙамын тойһон, киләсәккә ышаныс менән баҡһын өсөн ғаилә, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау йәһәтенән ҙур эштәр башҡарыла.
Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, уңыштар теләйем. Янығыҙҙағы һөйөклө кешеләрегеҙ ихтирам һәм иғтибарға күмһен. Барлыҡ хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, тиелә Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың 8 март- Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ҡотлауында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика