Башҡортостан һайлауҙарға әҙер

Башҡортостан һайлауҙарға әҙер 12.09.2014

Был турала бөгөн республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев селектор кәңәшмәһендә белдерҙе.

14 сентябрь Берҙәм һайлау көнөндә Башҡортостан халҡын алдан Президент һайлауҙары көтә. Республика етәксеһен һайлау 2003 йылдан алып ойошторолғаны юҡ. Шулай уҡ был көндә бер округта Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һәм  ҡала, район, ауыл советттарына депутаттар һайлана. Республикала 3 миллиондан ашыу кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә, был һан үткән йыл менән сағыштырғанда 4 меңгә тиерлек күберәк. Һайлауҙа ҡатнаша алмаған 25 меңдән ашыу кеше алдан тауыш биреү таныҡлығы алған. Башҡортостанда  был көндә 3 мең ярымға яҡын һайлау участкаһы эшләй. Бөгөн видеоселектор кәңәшмәһендә билдәләнеүенсә,  әле улар барыһы ла мөһим кампанияны ойоштороуға әҙер. Тәбиғәт ғәрәсәте  үткән Краснокама, Яңауыл төбәктәре лә участкаларҙы тәртипкә килтереп һайлаусыларҙы көтә. Быйыл бар нөктәләрҙә лә асыҡлыҡты, ғәҙеллекте тәьмин итеү маҡсатында үтә күренмәле йәшниктәр ҡуйылған.  Шулай уҡ өс районда һайлау участкаһына  билдәле шәхестәрҙең исеме бирелгән. Сәйәси кампания барышын Интернет селтәре аша күҙәтеп барырға мөмкин, һорауҙар булһа, ҡыҙыу линияға шылтыратырға була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку