Башҡортостан артабанғы еңеүҙәр өсөн ышаныслы плацдарм 03.11.2015

Рәсәйҙең ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Евгений Громыко республиканың аграр тармағы үҫешенә ошондай баһа бирҙе. Мәскәү ҡунағының Рөстәм Хәмитов менән осрашыуында Башҡортостандағы ауыл хужалығындағы  эштәр барышы, үҫеш юлдары өйрәнелде.

Тармаҡтағы хәлдәр торошо менән таныштырып республика башлығы Башҡортостанды илдең иң ҡеүәтле ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренең береһе, тип белдерҙе. Беҙ ярайһы уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтәбеҙ, шулай ҙа үҙгәрештәр талап ителә. Республикаға ил күләмендә эшләрлек эре предприятиелар кәрәк ,тине Рөстәм Хәмитов. Әле республика һөт етештереү буйынса   тәүге урындарҙа килә. Беҙҙең маҡсат киләсәктә лә ошо позицияны һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү , тине төбәк етәксеһе.
Евгений Громыко Башҡортостандың аграр тармаҡты  үҫтереүгә алған йүнәлештәрен хуплап федераль үҙәк яғынан да ярҙам буласаған белдерҙе. Министр урынбаҫары айырыуса республиканың ауыл хужалығы техникаһы алыу тәжрибәһен ыңғай баһаланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика