Бар республиканың оло еңеүе 21.10.2015

2020 йылда  Башҡортостанда Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. Республикала халыҡ сәнғәте, бейеү һәм хор менән йырлау фестивален ойоштороу тураһында ҡарар  Перуҙың Арекипа ҡалаһында ҡабул ителде.

Бөтә донъя фольклориадаһы фольклор һәм традицион сәнғәт фестиваленең халыҡ-ара советы рәсми сараларының бер өлөшө булып тора. Фестиваль дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелә. Тәүге Фольклориада 1996 йылда Голландияла уҙғарылды, 2012 йылда уны Корея ҡабул итте, 2016 йылда  төрлө милләт һәм мәҙәниәт вәкилдәре Мексикаға, артабан инде Башҡортостанға йыйыласаҡ.  
Халыҡ-ара ойошма мәғлүмәттәре буйынса, киләһе йыл Мексикала үтәсәк фольклориадала 70-тән ашыу дәүләт вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә. Ун көн дауамында төрлө коллективтар йыр-моңдары, бейеүҙәре, йолалары менән таныштырасаҡ. Ә инде Кореяла үткән  күләмле сараны 700 меңдән ашыу турист күҙәткән.  Рәсәйҙең Дәүләт халыҡ ижады йорто етәксеһе Тамара Пуртова билдәләүенсә,  республика форумды бөгөндән үк ҡабул итергә әҙер. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреп, ил етәкселегенең ойоштороу буйынса юғары баһаһын алғандан һуң уңышҡа ышанмау мөмкин түгел.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика