Балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә ғаилә тәрбиәһенә алырға мөмкин

Балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә ғаилә тәрбиәһенә алырға мөмкин 27.06.2017

Оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы ғаиләгә алыу социаль хеҙмәтләндереү йорттарына булған сиратты кәметәсәк. Был хаҡта бөгөн Республика Хөкүмәт йортонда Президиум ултырышында билдәләнде. Социаль ярҙамға Башҡортостанда ғүмер итеүсе  65 йәште уҙған һәм  сәләмәтлегенә бәйле үҙен-үҙе ҡарай алмаған өлкәндәр һәм инвалидтар  дәғүә итә ала.

Социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә яҡынса  меңдән ашыу кеше йәшәй, ә  мохтаждар  һаны байтаҡ. Төбәктә 900 меңдән ашыу пенсионер иҫәпләнә, уларҙың һәр бишенсеһенә ярҙам талап ителә. Ҡарттарҙы ҡарарға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул итеү, ололарҙы урынлаштырыу мәсьәләләре менән республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәре, опека һәм попечителлек органдары   шөғөлләнәсәк. Программа  буйынса  ғаиләгә дәүләт ҡаҙнаһынан ай һайын аҡса түләнә.      
Оло йәштәге кеше менән  уны тәрбиәгә алыусылар  араһында туғанлыҡ булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ  хөкөм ителгән, эсергә яратҡан, наркотик матдәләр  ҡулланған, психик сирлеләр проектта ҡатнаша алмай. Быға тиклем бергә йәшәүселәр ҙә  социаль программанан ситтә ҡала. Проект ғүмер көҙөн кисереүселәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыр, яңғыҙлыҡтан ҡотҡарыр, уларға тейешле иғтибар бүленер тип күҙаллана.  Бындай ғаиләләрҙең эшмәкәрлеге даими контролдә тотола. Быйыл 24 кешене  ғаиләгә  урынлаштырыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика