Бөйөк Еңеүгә 71 йыл

Бөйөк  Еңеүгә 71 йыл 06.05.2016

Йылдан-йыл тарихи байрамды бүләк иткән яҙ беҙҙән алыҫлаша бара. Әммә ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, һуғыш шаңдауы онотолмай. Сөнки был ҡәһәрле  йылдарҙың еле һәр ғаиләгә үтеп инә.  Башҡортостан фронт һыҙығына 700 меңдән ашыу ул һәм ҡыҙын оҙата, уларҙың  яртыһы тиерлек яу ҡырында ятып ҡала, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар еңеү өсөн тылда көрәшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеү яҙын яҡынайтҡан яу һәм тыл ҡаһармандарының  сафы күҙгә күренеп һирәгәйә, бөгөн уларҙың 40 меңдән ашыуы ғына беҙҙең арала. Был көндәрҙә улар ҡотлауҙар ҡабул итә. Ветерандарҙы бөгөн Республика башлығы ла тәбрикләне. Тантана «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте.  

Орден-миҙалдары сыңы аҫтында кәүҙәләрен тура тоторға тырышып Еңеү һалдаттары атлай. Йөҙгә етеп барған ҡаһармандарҙың һәр береһе дәһшәтле һәм ҡәһәрле йылдарҙың тере шаһиты,  тере тарих, легенда. Улар күкрәгендәге һәр награда артында  немец илбаҫарҙары тырнағынан ҡотҡарылған  йөҙҙәрсә ауыл-ҡалалар, меңдәрсә кеше яҙмыштары ята.
Еңеү байрамының бер күҙенән шатлыҡ, икенсеһенән ҡанлы йәштәр тама. Бөгөнгө байрам миллиондарса юғалтыуҙар менән яулап алынған. Башҡортостан ғына фронт һыҙығына 11 дивизия,  15 полк, 11 айырым батальон  оҙата. Барлығы  700 меңдән ашыу яугир,  уларҙың 300 меңе  фронт һыҙығында ятып ҡала.  Республиканың Бөйөк Еңеүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, тине Республика башлығы.
Муса Гәрәев, Александр Матросов,  Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәм ҡаһармандар. Башҡортостан яугирҙарының исемдәре ил тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Республика ла данлы батырҙарын онотмай.  Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгәндә, Ҡырмыҫҡалы районында генерал Шайморатовҡа һәйкәл асылды, һәр төбәктә обелисктар тәртипкә килтерелде, яңылары ҡалҡып сыҡты.  Тыл ҡаһармандары ла иғтибар үҙәгендә, Өфөнөң ,,Еңеү паркы"нда  ҡуйылған һәйкәл шуға асыҡ дәлил.  Сөнки  Еңеү өсөн көрәш  фронтта ғына түгел, тылда ла бара. Тормоштоң бар ауырлығы быуыны нығынып өлгөрмәгән бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшә, улар бөтәһе лә фронт, бөтәһе лә еңеү өсөн тигән девиз менән йәшәй.  Йылайырҙан ветеран Сәрүәр Насирова был йылдарҙы күҙ йәше менән иҫләй.
Республикала  ветерандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн барыһы ла эшләнә, торлаҡ сертификаттары тапшырыла, хужалыҡ буйынса ярҙам күрһәтелә. Әммә улар алдындағы бурысты мәңге ҡайтарып бөтөрлөк түгел, беҙ бөгөнгө  тыныс тормош өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ, 9 май төрбө быуын кешеләрен  берләштерә һәм беҙҙе Ватан  именлеге өсөн  ҙур эштәргә этәрә,  тине Рөстәм Хәмитов.
Сәхнәлә еңеү йыры, ә ветерандарҙың  күҙҙәрендә йәш, бәхет һәм һағыш тойғоһо. Сал сәсле ҡаһармандарҙың теләге бер - күк йөҙөн бер ҡасан да һуғыш һөрөмө ҡапламаһын.
Еңеүҙең 71-се яҙын тыуған ерендә ҡаршы алған ветерандарҙың күбеһе 1945 йылдың яҙын сит яҡтарҙа ҡаршылай. Тыуған еренән алыҫта, ер ҡуйынында мәңгегә ятып ҡалыусылар ҙа, хәбәрһеҙ юғалғандар ҙа бар. Бөгөнгө тиклем Башҡортостандан 100 меңдән ашыу һалдат ерләнгән урын табылмаған. Эҙәрмәндәр уларҙың исемдәрен ҡайтарыу эшен дауам итә. Әле үәҙәк архив һәм оборона министрлығы  тапшырылмаған наградаларҙың да  электрон базаһын әҙерләй,  беҙ был проектта ҡатнашырға тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.  Бер быуатҡа яҡын ваҡыт үтһә лә һуғыш шаңдауы һаман яңғырай әле.
Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 75, еңеү көнөнә 71 йыл тула. Ҡәһәрле  һуғыштың бар михнәтен үҙ иңдәрендә татыған сас сәсле яу һәм тыл ҡаһармандарының сафы ла йылдан йыл-һирәгәйә бара. Беҙ был дәһшәтле йылдар хаҡында күберәк   фильмдар, һарғайып бөткән фотоһүрәттәр аша беләбеҙ, һәм халыҡ хәтере буйынса, ә ул мәңгелек.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика