Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын үткәреүгә әҙерлек эшендә күҙ буяуҙар булырға тейеш түгел 18.11.2014

Оло байрам юғары кимәлдә ойошторолоп, һәр ветеранға лайыҡлы хөрмәт күрһәтелергә тейеш. Рөстәм Хәмитов Икенсе бөтә донъя һуғышында еңеүҙең 70 йыллығын ойоштороу комитетында сығыш яһап, шулай тип белдерҙе.

Республика ветерандар һаны буйынса илдә һигеҙенсе урынды биләй. Әле Башҡортостанда 81 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны иҫәпләнә. Уларҙың 5445-е  яуҙа ҡатнашһа, ҡалғандары - тыл хеҙмәтсәндәре һәм тол ҡатындар. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Еңеү байрамы алдынан ғына түгел, көндәлек тормошта ла оло йәштәгеләр  сифатлы социаль ярҙам, яҡшы йәшәү шарттарына лайыҡ. Һуңғы биш йылда 9000-дән ашыу ветеран һәм уларға тиңләштерелгәндәр торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Тағы ла 1700-ҙән ашыуы сиратта тора. Был исемлекте кәметергә ҡамасаулаусы етәкселәр ҙә булғылай.  Айырым райондарҙа ветерандарҙы сиратҡа ҡуймай интектергән осраҡтар ҙа бар, тине Рөстәм Хәмитов. Яңы алынған торлаҡты яугиҙарҙың туғандары тартып алыу осраҡтары ла юҡ түгел.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы юғары кимәлдә ойошторолорға тейеш. Формаль рәүештә ҡоролған отчеттар үтмәйәсәк. Һәр етәксе был байрамдың ветерандар һәм йәмғиәт өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген аңларға тейеш, тине ул.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика