Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты республика төбәктәре менән бәйләнештәрҙе нығыта 29.08.2016

Сибай ҡалаһында үткән ултырышта һүҙ  ауылдарҙа  халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү, мәҙәни тормошто йәнләндереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында барҙы.

Был бөтә донъя ҡоролтайынан һуң һайланған составтың тәүге күсмә ултырышы. Башҡарма комитет етәкселәре был сараны төбәктәргә сығып халыҡтың йәшәйеше менән яҡындан танышыу маҡсатында ойошторған, ҡоролтай кешеләргә яҡын торорға, уларҙы борсоған проблемалар хаҡында хәбәрҙар булырға, хәл итеү юлдарын барларға тейеш тигән фекерҙә йәмәғәт эшмәкәрҙәре.  Ошоға  тиклем ойошма уставһыҙ һәм аныҡ положениеһыҙ эшләп килһә, был ҡоролтайҙа  эшмәкәрлекте юридик, финанс яҡтан нығытыу мәсьәләһе аныҡ ҡуйыла.  Тап ошо яңы положениеға ярашлы, ҡоролтайҙың эшмәкрлеген баш ҡалала ла, урындарҙа ла йәнләндереү ҡарала.
Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты киләсәктә республиканың барлыҡ төбәктәре менән дә бәйләнештәрҙе нығытыу өсөн  район-ара ойошмалар төҙөргә ниәтләй.  Мәҫәлән, Урал аръяғы ойошмаһы 11 районды үҙ эсенән аласаҡ, шулай уҡ көнбайыш, көнсығыш,  төнъяҡ райондарҙы берләштергән  комитеттар формалаштырыу ҡарала.  Әле "Ҡоролтай тауышы" тигән матбуғат баҫмаһы ла донъя күрә башлаған, киләсәктә  уның тиражын арттырыу, төрлө темаларға арналған темалар менән байытыу ҡарала. Ултырышта делегаттар эш тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты. Мәҫәлән, Краснокаманан Редик Ғәниев республика буйлап тарихи урындарҙы, билдәле шәхестәрҙе өйрәнә, яҙып алғандарын киләһе быуынға тапшырыу ниәте менән яна.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика