Бәхет асҡысы 11.08.2017

Башҡортостан башлығы тәүге биш ғаиләгә беренсе сабый өсөн бирелгән 300 мең һум аҡсаның сертификатын тапшырҙы. Законға  ярашлы ярҙамға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тороусы һәм 2017 йылдың беренсе ғинуарынан  балалары тыуған йәш ғаиләләр дәғүә итә. Алдан билдәләнеүенсә, аҡсаларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ғына тотонорға мөмкин.

Айнур менән Зилиә Ситдиҡовтар сәнғәт академияһында уҡығанда таныша. Диплом алғас яҙмыш ҡушыуы буйынса икеһен дә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт академия драма театрына эшкә саҡыралар. Оҙаҡ та үтмәй йәш пар яҙмыштарын бергә бәйләп ғаилә ҡора һәм ипотекаға фатир һатып ала. Әммә түләү 30 мең һумға яҡын, ай һайын ундай аҡсаны табыуы ауыр, ти ғаилә башлығы. Шуға күрә улар сертификатты торлаҡ өсөн алынған кредитты ҡаплауға йүнәлтергә ҡарар иткән.
Бөгөн Башҡортостан башлығы 5 ғаиләгә сертификат тапшырҙы. Йәш парҙар сабыйҙары менән килгәйне. Ғәҙәттә бәләкәй балаларҙы тик кенә ултыртыуы ауыр. Әммә бөгөн кескәйҙәр ҙа ата-әсәләре өсөн сараның мөһимлеген аңлағандай тойолдо. Республика башлығының телмәрен улар ҙа иғтибар менән тыңланы.
Әле республикала 90 йылдарҙағы демографик упҡын ваҡытында тыуған балалар өйләнешә башланы. Йәш ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программаһы  был  күренештең икенсе тулҡынын иҫкәртеү маҡсатында ҡабул ителгән.  Квадрат метрҙарҙың хаҡы көндән-көн артыуын иҫәпкә алғанда, бала табыуҙы икенсе планға калдырып килгән ғаиләләр ҙә ҡарарҙарын үҙгәртер, тигән өмөт бар  хөкүмәттә.
Хәлит Мәхмүтов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Программа быйыл ғына ҡабул ителеүенә ҡарамаҫтан, әле үк ыңғай һөҙөмтәләр бирә башланы. Бөгөнгө көндә 700 ашыу ғаиләнән ғаризалар ҡабул ителгән. 60 ашыуының документтары тикшереүҙе уңышлы үтте. Яҡын көндәрҙә уларға ла тейешле сертификаттар тапшырыласаҡ».
Программа эшләй башлау менән, ғаризаларҙы Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында ғына тапшырып була ине. Хәҙер иһә был процедура күпкә ябайлаштырылды. Документтарҙы йәшәү урыны буйынса күп функциялы үҙәктәр аша юлларға ла мөмкин. Бөгөн 300 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булған Ситдиҡовтар йәш ғаиләләр бала табырға ла, документтар юлларға ла ҡурҡмаһын ине, тигән теләк белдерҙеләр.
Әлбиттә ғаиләләге бер бала менән генә демографияны әллә ни үҙгәртеп булмай. Шулай ҙа, йәшәргә урын булғанда икенсеһе, унан өсөнсөһө лә оҙаҡ көттөрмәҫ.
Бөгөнгө көндә йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу ауырға тура. Илдә төрлө социаль программалар эшләй эшләүен. Әммә улар ҙа, булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп бөтә алмай. Республика хөкүмәтенең беренсе балаға ҡаралған 300 мең һумлыҡ сертификат, тап яңы үҙаллы тормош башлаған йәш ғаиләләргә ҙур ярҙам булыр, тип көтөлә.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика