Бөгөндән Рәсәй донъяның көнбайыш төбәктәре булмаған алдынғы иҡтисади илдәрҙе берләштергән БРИКС төркөмөнә рәйеслек итә башланы 01.04.2015

Мәғлүм булыуынса, ойошма саммиты быйыл июлдә Өфөлә үтә. Башҡортостандың баш ҡалаһы шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын да ҡабул итергә әҙерләнә.

Сит илдәр эштәре буйынса министрлыҡ илсеһе Вадим Луков билдәләүенсә, Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка илдәрен берләштереүсе саммит ойошма тарихында иң  мөһим этаптарҙың береһе буласаҡ. Сөнки  БРИКС илдәре Өфөләге осрашыуҙарҙан һуң бар яҡлап та хеҙмәттәшлек итә башласаҡ. Шулай уҡ берлектәге яңы үҫеш банкын ойоштороу ҙа өҫтөнлөклө йүнәлеш һанала. Белгестәр фаразлауынса,   4-5 йылдан  ул тулы ҡеүәтенә эшләй башлар тип көтөлә. Финанс ойошманың ойошторолоуы ҙур инвестициялар талап иткән берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға ярҙам итәсәк.  Әле Мәскәү энергетика, тау-байыҡтыу, элемтә кеүек төрлө өлкәләрҙе үҙ эсенән аласаҡ 37 тәҡдим әҙерләгән. Улар буйынса фекер алышыу самиттарға тиклем ойошторолоуы ихтимал. Атап әйткәндә, киләһе ике айҙа Мәскәүҙә БРИКСтың эксперт советы осрашыуы, академик форум һәм башҡа саралар үтеүе ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика