Бөгөн Ҡырым республикаһы делегацияһы Өфө юғары уҡыу йорттарында  белем алыусы Ҡырым студенттары менән осрашты 10.10.2015

Әле  республикала Ҡырымдан 24 студент уҡый. Улар медицина,  хоҡуҡ һаҡлау һәм башҡа  йүнәлештәр буйынса белемен камиллаштыра. Ярымутрау делегацияһы студенттар  менән аралашып ҡайҙа практика үтеүҙәре, уҡып бөткәс  эшкә урынлашыу мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Ҡырымда йәш көстәрҙе көтөүҙәре, яңы тормош менән йәшәй башлаған халыҡҡа белемле йәш белгестәр көн талабы булыуын билдәләнде.  

Яна Плехович, Башҡорт Дәүләт университетының хоҡуҡ институты студенты: «Миңә Өфөлә уҡыу оҡшай. Уҡытыусылар төплө белем бирә.  Практиканы Ҡырымда үттем һәм  бында алған белемем тыуған яғымда бик кәрәкле  булыуына төшөндөм».
Делегация Өфө дәүләт авиация техник университетында ла булды. Юғары уҡыу йорто ректоры менән ойошторолған түңәрәк өҫтәлдә уҡытыу йүнәлештәре, киләсәктә үҙ-ара бәйләнештәрҙе нығытыу юлдары ҡаралды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика