Бөгөн Яр Саллы ҡалаһында Волга буйы федераль округында газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса кәңәшмә уҙҙы

Бөгөн Яр Саллы ҡалаһында Волга буйы федераль округында газ-мотор яғыулығы баҙарын  үҫтереү буйынса кәңәшмә уҙҙы 17.07.2015

Осрашыуҙа газ заправкалары инфраструктураһының торошо һәм киләсәге, федераль һәм төбәк дәрәжәлә ҡабул ителгән сараларҙың шыйыҡландырылған газда эшләүсе техника етештереүсене стимуллаштырыуға йоғонтоһо тураһында һүҙ барҙы.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тәбиғәт газын ҡулланыусы автомобилдәрҙе сериялы рәүештә сығарыуҙы ойоштороу һәм пассажирҙар йөрөтөүҙә, шул иҫәптән такси парктарын да газ-мотор техниканы файҙаланыу тураһында фекер алышынды. Бынан тыш, кәңәшмә сиктәрендә  Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте  хеҙмәттәшлек  итергә килеште.  Ошо туралағы документҡа федераль министр Денис Мантуров менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов  ҡул ҡуйҙы. Өс йылға иҫәпләнгән килешеүгә ярашлы, республикала сауҙа, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү, ошо өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу, дәүләт прграммаларын координациялау, сәнәғәт һәм сауҙа эшмәкәрлеген дәртләндереү буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика