Бөгөн  Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы үтте, унда Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 1 мең 200 журналист ҡатнашты 18.12.2014

Быйыл осрашыуға тәүге тапҡыр Ҡырым вәкилдәре лә килгән.

Матбуғат конференцияһы  10-сы тапҡыр ойошторола, быйыл  ул 3 сәғәт 10 минут дауам итте, ил етәксеһенә барлығы 53 журналист үҙ һорауын бирҙе. Былтыр осрашыу 4 сәғәттән ашыу барғайны. Путиндың иң оҙайлы матбуғат конференцияһы  2008-се йылға тура килә, ул ваҡытта   ил президенты  4 сәғәт 40 минут эсендә 100-ҙән ашыу һорауға яуап бирҙе. Был юлы күп  һорауҙар сит илдәр менән мөнәсәбәттәргә, Украиналағы ваҡиғаларға, санкцияларға, илдең иҡтисади хәүефһеҙлегенә ҡағылды. Владимир Путин әйтеүенсә,  финанс көрсөктән сығыу өсөн иң оҙағы ике йыл талап ителәсәк.
Ҡытай мәғлүмәт агентлығынан Тяньфан Дай Синьхуам 2015-се йылда Өфөлә үтәсәк Шос һәм Брикс илдәре саммиты сиктәрендә Рәсәй-Ҡытай хеҙмәттәшлеген киңәйтеү мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды. Владимир Путин   Шос ойошмаһының даирәһе киңәйеүен һәм уға инергә теләк белдереүсе илдәр артыуын билдәләне. Был тәңгәлдә Һиндостан менән Пакистанды атап үтергә мөмкин Саммит халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытасаҡ, тине ил етәксеһе.  Матбуғат конференцияһында «Башнефть» компанияһын хосусилаштырыуға арналған һорау ҙа яңғыраны. Ил президенты әйтеүенсә,  суд хосусилаштырыуҙың законлығын шик  аҫтына ҡуймай. Ә мөлкәттең Рәсәй ҡарамағынан  шәхси милеккә нисек тапшырылыуы тикшерелә.
«Башнефть» компанияһының акцияларына бәйле  мәсьәләгә был аҙнала Башҡортостан президенты ла үҙ мөнәсәббәтен белдергәйне.  Шишәмбе көнө Рөстәм Хәмитов РБК каналына биргән интервьюһында  нефть компанияһы тирәһендәге низағтың Республиканың инвестиция климатына йоғонто яһамауын әйтеп үтте. Башҡортостан үткән йыл меән сағыштырғанда  инвесторҙарҙы йәлеп итеү буйынса  105-107 процентҡа яҡшыраҡ күрһтәкескә өлгәште, тине Рөстәм Хәмитов .

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика