Бөгөн урындағы үҙидара көнө

Бөгөн урындағы үҙидара көнө 21.04.2016

Ошо уңайҙан Өфөлә  иң яҡшы муниципаль берәмектәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Әммә сара ҡотлау, хуплауға ғына ҡайтып ҡалманы. Республика башлығы үҙидара органдары  алдында торған төп бурыстарҙы,  маҡсаттарҙы ла билдәләне. Сөнки  муниципаль система халыҡҡа иң яҡыны, уның бар проблемаларын  яҡшы белә  һәм тап уларҙың эшмәкәрлегенән власть органдарына  мөнәсәбәт формалаша.  Рөстәм Хәмитов  хәүефһеҙлекте тәьмин итеү бурысын да ҡуйҙы, һуңғы  янғындар был тәңгәлдә эшләп бөтөрмәү хаҡында һөйләй.

Халыҡ борондан  утыны бөтһә, юл өҙөлһә лә, ут һүнһә  лә ауыл советына  мөрәжәғәт итергә  күнеккән.  Әммә  һуңғы йылдарҙа үҙидара эшмәкәрлеге менән бәйле проблемалар ҙа булманы түгел.  Бөгөн иһә тәүге ҡыйынлыҡтар артта, муниципаль система аяҡҡа баҫыу осоро кисерә. Республка яғынан  да даими ярҙам күрһәтелә. Квартал һайын  бүленгән аҡсаға күперҙәр, юлдар һалына, урамдар төҙөкләндерелә. Һуңғы дүрт йылда урындағы бюджеттарға һалым күләме лә 40 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта хәл итәһе мәсьәләләр ҙә бар.
Тантанала  юғары күрһәткестәргә өлгәшкән муниципаль берәмектәр ҙә билдәләп үтелде. Иң алдынғылар сафында Нуриман, Мәләүез райондары,  Нефтекама ҡалаһы. Ә бына ауыл биләмәләре араһында Әбйәлил  район үҙәге беренсе урынға лайыҡ булды.  Халыҡты ойоштора, дәртләндерә белгәндә уңышҡа өлгәшергә мөмкин, ти улар.
Халыҡ менән бергә эшләүҙең мөһимлеген Рөстәм Хәмитов та һыҙыҡ өҫтөнә алды. Кешеләрҙе  бар проекттарға ла йәлеп итергә кәрәк. Ошондай уңышлы миҫалдарҙың береһе көньяҡ райондарҙа ғәмәлгә ашырылған халыҡ башланғыстарын яҡлау проекты. Һуңғы йылдарҙа республикала 200-гә яҡын программа  эшләгән.
Финанс үҙаллылыҡты нығытыу ҙа мөһим. Бының өсөн  бюджетты тулыландырыу сығанаҡтарын эҙләү, һалым базаһын киңәйтеү, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереп  яңы эш урындары булдырыу мотлаҡ. Оло йылғалар бәләкәй инештәрҙән башланған һымаҡ республиканың ҡаҙаныштары ла ауыл-ҡалаларҙағы бәләкәй генә уңыштарҙан туплана.
Был байрам Рәсәй Президентының ҡарарына ярашлы, 2012 йылдан үткәрелә. Урындағы үҙидара көнөнөң тап 21октябрь билдәләнеүе осраҡлы түгел. 230 йыл элек Екатерина 2-се  ҡалаларға грамота бирә башлай һәм ошо документ үҙидара хаҡындағы ҡануниәткә нигеҙ һала. Бөгөн муниципаль система халыҡҡа иң яҡын торған власть органы тип иҫәпләнә һәм ултырышта билдәләнеүенсә, ул  кешеләрҙең һулышын тойоп эшләргә тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика