Бөгөн урындағы үҙидара көнө 21.04.2017

Ошо уңайҙан Өфөлә иң яҡшы муниципаль берәмектәрҙе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Был байрам  Рәсәй Президенты ҡарарына ярашлы, биш йыл элек үткәрелә башлай.  Урындағы үҙидара көнө тип  тап 21 апрель һайланыуы  осраҡлы түгел.  230 йыл  элек Екатерина 2-се ҡалаларға грамота булдыра. Ошо документ үҙидара хаҡындағы ҡануниәткә нигеҙ һала. Бөгөн муниципаль система  алдында халыҡ менән бергә эшләү, шәхси һәм муниципаль партнерлыҡты нығытыу  бурысы тора, тине  Рөстәм Хәмитов.

Яңауылдарҙың халыҡты ойоштороу, ҡаланы тәртипкә килтереү буйынса үҙ алымы бар. Улар 2000 йылдан башлап урам байрамдарын ойоштора, был сараға әҙерлек етди бара. Яңауылдарҙың эш тәжрибәһе быйыл республика кимәлендә лә юғары баһаланды, улар "Иң яҡшы муниципаль берәмек" конкурсы еңеүселәре исемлегендә.
Муниципаль берәмектәрҙең бөгөнгө съезында Республика башлығы билдәләүенсә, тап  шулай, халыҡ менән иңгә-иң терәшеп эшләгәндә генә уңышҡа өлгәшергә мөмкин.    Сөнки үҙидара халыҡтың көнүҙәк проблемаларын яҡшы белә, йәғни йәмәғәтселеккә иң яҡын торған власть органы тип әйтергә мөмкин.
Сарала иң яҡшы муниципаль берәмектәр менән бер рәттән  уңышлы эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә билдәләнде. Халыҡ менән эшләү өсөн  түҙемлек тә, белем дә кәрәк, ти улар.  Мәҫәлән,  конкурста еңгән Гөлшат Сәлимова  фекеренсә, ҡануниәттәге бар яңылыҡтарҙы белеп халыҡҡа еткереү, уларға  социаль ташламалар алырға булышлыҡ итеү мөһим.
Республика  балшлығының ҡарарына ярашлы, муниципаль берәмектәргә дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә. Йыл һайын ошо маҡсатта 400 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Финанстарҙы төҙөкләндереүгә генә түгел, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, коммуналь хужалыҡҡа ла тотонорға мөмкин. Был аҡса ҙур ярҙам ти, «Иң яҡшы ауыл биләмәһе» конкурсында еңгән тәтешлеләр.
Төбәктәрҙе үҫтереү ныҡлы иғтибар үҙәгендә. Көньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереү  проекты ғәмәлгә ашырыла, ул 2020  йылға тиклем оҙайтылған.  Ауыл биләмәләре программаһы буйынса ғына  1 миллиард 700 миллион һум аҡса үҙләштерелгән.  Фельдшер-акушер пункттары, спорт майҙансыҡтары, юлдар һалынған, 400-ҙән ашыу ғаилә торлаҡ сертификаты алған.  Әммә  муниципаль системаның үҙенән дә бөгөн әүҙемлек, йүнселлек талап ителә, тине Рөстәм Хәмитов.
Быйыл экология йылы, алда  тирә-яҡ мөхитте тәртипкә  килтереү, таҙартыу бурысы тора. Муниципаль хеҙмәткәрҙәр был тәңгәлдә шәхсән өлгө күрһәтергә тейеш, тине Республика башлығы. Халыҡты ойоштора, дәртләндерә белгәндә эш һөҙөмтәләре  лә юғары буласаҡ.
Бер нисә йыл  элек кенә беҙ муниципаль  берәмектәрҙең вәкәләттәре күп, мөмкинлектәре сикле ти әйтә инек. Бөгөн был йәһәттән үҙгәреш бар. Әммә хәҙерге заманда  урындағы үҙидара  дәүләт ярҙамын ғына көтөп ултырырға тейеш түгел, халыҡ менән берлектә эшләү, шәхси һәм муниципаль партнерлыҡты нығытыуы, төрлө  программаларҙа ҡатнашыу мотлаҡ. Уңыш  бөгөн  тик тырыштарға,  йүнселдәргә генә йылмая.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика