Бөгөн тотош илебеҙ халҡы Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына өс йыл тулыуҙы билдәләй 18.03.2017

Байрам сараларынан Башҡортостан да  ситтә ҡалманы. Әлеге минуттарҙа Өфөнөң Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанда «Ҡырым яҙы-2017» митинг-концерты башланып тора.  Сәхнәлә Радик Юлъяҡшин, Доминик Джокер кеүек танылған эстрада йондоҙҙары, «Арғымаҡ» һәм «Карауан» төркөмдәре сығыш яһай. Өфөләге тантаналар «Ватан» этнопаркында башланды. Унда Севастополде обороналауҙы сағылдырыусы тарихи реконструкция күрһәтелде.

Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына өс йыл тулыу уңайынан ойошторолған байрам саралары фейерверк менән тамамлана. Өфөләге тантаналарҙан  махсус репортажды беҙҙең каналда төнгө сәғәт унда ҡарарға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика