Бөгөн Республика башлығы эш сәфәре менән Ишембайҙа булды 29.06.2017

Рөстәм Хәмитов ҡалала махсуслашҡан химия катализаторҙары заводының етештереү ҡеүәттәрен ҡараны һәм Волга буйы федераль округының Доставалов исемендәге Ишембай кадет корпусында төҙөлөш барышын тикшерҙе.  Предприятие етәкселегенә нефть компаниялары менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү бурысы ҡуйылды. Ә бына кадеттарҙың уҡыу корпусын емереп төҙөкләндермәй ташлап ҡасҡан подрядсы язаһын алырға тейеш.  

Катализаторҙар, адсорбенттар, молекуляр ситтар. Техник белеме булмаған кеше өсөн был төшөнсәләрҙең бер ниндәй ҙә мәғәнәһе юҡ. Ә  нефть компаниялары ошо химик матдәләрһеҙ эшләй ҙә, үҫеш лә алмай. Сөнки тап катализаторҙар нефтте «Евро-5» кеүек  юғары сифатлы бензинға әйләндереү мөмкинлеге бирә. Ишембай заводы әле илдәге крекинг катализаторҙарына ихтыяждың яртыһын тиерлек тәьмин итә. Продукция сит илгә лә сығарыла. Күптән түгел бында дизель яғыулығындағы көкөрт, водородты тикшереү өсөн яңы ике каналлы ҡоролма һатып алынған, заманса аппарат эш сифатын тағы яҡшыртырға булышлыҡ итә.  
Республика башлығы предприятиела икенсе тапҡыр, тәүгеһендә 2013-сө йылда килгән. Ошо ваҡыт эсендә хужалар байтаҡ инновацион алымдарҙы үҙләштергән. Иң мөһиме санкция ишембайҙарға яңы мөмкинлектәр асҡан. Элек сит ил продукцияһын ҡулланған «Роснефть», «Башнефть», «Татнефть», «Лукойл» кеүек ҡеүәтле нефть компаниялары хәҙер Ишембайҙар менән эшләй.  Республика башлығы хеҙмәттәшлек һәм етештереү даирәһен тағы киңәйтеү бурысын ҡуйҙы.
Эш сәфәрендәге киләһе нөктә Волга буйы федераль округының башҡорт кадет корпусы, Ишембайҙағыу уҡыу йорто был статусҡа 2013-сө йылдан эйә. Әле бында Рәсәйҙең һәм Республиканың төрлө төбәктәренән 300-ҙән ашыу уҡыусы  белем ала. Мәғариф учреждениеһы 60-сы йылдарҙа төҙөлгән биналарҙа урынлашҡан, уҡыу корпусы төҙөкләндерелергә тейеш булған, тик подрядсы ойошма эште ярты юлда ташлап ҡасҡан.
Заманса уҡыу бүлмәләре урынлашырға тейешле уҡыу корпусы әле һуғыштан һуң ҡалған емереклектәрҙе хәтерләтә. Түшәмдән һыу аға, иҙән тулы цемент, кирбес онтаҡтары. Бинаны һүтеү былтыр уҡ башланған, әммә ремонт эштәре әлегә тиклем башланмаған.
Әле яңы подрядсы ойошма билдәләү бара. Кадеттар иһә ваҡытлыса  ҡулайлаштырлған уҡыу бүләмләрендә белем алырға мәжбүр.
Республика башлығы әйтеүенсә, корпусты емереп ташлап ҡасҡан  «Стәрлетамаҡстрой» төҙөлөш ойошмаһы язаһын алырға тейеш. Үҙ бурысыңа  илке-һалҡы ҡарарға ярамай. Намыҫһыҙ төҙөүселәр арҡаһында уҡыу процесы зыян күрергә тейеш түгел.
Төҙөлөш менән бәйле тағы бер проблема, Таганрог заводы ҡуйған  парашют менән һикереү вышкаһын тут баҫҡан. Был проблема ла ошо арала гарантия буйынса хәл ителергә тейеш. Корпус ихатаһында күп функциялы футбол майҙансығы ла төҙөү ҡарала, проект хаҡы 30 миллион һумға яҡын. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был ҡиммәт, башҡа варианттарҙы барларға кәрәк.   Эргәләге ҡайынлыҡта уҡытыу-күнекмә үҙәге, ябыҡ типтағы боҙ майҙаны төҙөү ҙә күҙалланған. Обьекттарҙы сафҡа индереү кадеттарҙы рухи һәм физик яҡтан үҫтереү мөмкинлеге бирәсәк. Рөстәм Хәмитов был учреждениеларҙа Ишембай балалары ла шөғөлләнә алырға тейеш тип белдерҙе. Яңы уҡыу корпусында ла өҫтәмә урындар барлыҡҡа киләсәк, уларға ла ҡала уҡыусыларын алыу мөмкинлеген ҡарарға кәрәк, тине Республика башлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика