Бөгөн Рөстәм Хәмитов Миланда Италия-Рәсәй төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны 27.04.2016

Мәскәү Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Италияның Ломбардия төбәге һәм Рәсәйҙең Миландағы Генераль консуллығы ойошторған осрашыуҙа машиналар эшләү һәм нефть химияһы, ауыл хужалығы тауарҙары етештереү һәм эшкәртеү, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау, спорт һәм туризм өлкәләрендә ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелә.

Программа сиктәрендә махсуслаштырылған секциялар һәм В2В форматында осрашыуҙар ҡаралған. Форумда Рәсәйҙең һәм Италияның төҙөлөш һәм күргәҙмәләр ойоштороу эшмәкәрлеге, станоктар һәм двигателдәр эшләү, ауыл хужалығы һәм транспорт өлкәләре компаниялары ҡатнаша.  Рөстәм Хәмитов етәкселегендә Башҡортостан делегацияһына Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов, Өфө мэры Ирек Ялалов, шулай уҡ республиканың эшҡыуарлыҡ даирәләре вәкилдәре ингән. Республика башлығы Италияның эре компаниялары етәкселәре менән дә осрашты. Сараны асыу тантанаһындағы сығышында Рөстәм Хәмитов Италия менән хеҙмәттәшлек Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә мөһим урын биләүен билдәләне.
Әлеге ваҡытта Италия Башҡортостандың әйҙәүсе партнерҙарының береһе булып тора һәм тышҡы тауар әйләнешендә 4-се урынды биләй. Былтыр был күрһәткес 578 миллион долларҙан ашҡан - сумманың 90 проценттан ашыуы экспортҡа тура килә. Башҡортостан Италияға нефть һәм нефть продукттары, шулай уҡ органик химия продукцияһы, ашламалар, каучук, йәбештерелгән фанера, алюминий иретмәһе һәм тире оҙата. Башҡортостанға Италиянан машиналар эшләү продукцияһы, химия һәм металургия сәнәғәте тауарҙары килә. Бынан тыш, республика биләмәләрендә Италия капиталы ҡатнашлығында 13 берлектәге предприятие булдырылған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика