Бөгөн Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы тармағы алдынғыларын дәүләт наградалары менән бүләкләне 03.11.2016

Төрлө кимәл орден һәм билдәләргә бөтәһе 40 кеше лайыҡ булды.     

Мәҫәлән, «Халыҡтар дуҫлығы ордены» Туймазының «Йәрмөхәмәтов» кооперативы механизаторы Әнәс Вәлиевҡа тапшырылды. Уҙаман 40 йылдан ашыу ырҙында юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Бынан тыш, ике кеше Салауат Юлаев орденына, 10 кеше Башҡортостандың почет грамотаһына лайыҡ булды. Бөгөн шулай уҡ «Башҡортостан ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре» һәм «Башҡортостан аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» званиелары тапшырылды. Бүләкләнеүселәрҙең күптәре оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, артабан да ең һыҙғанып эшләргә әҙер булыуын белдерә.  
Быйыл Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы 100 мең тоннана ашыу бойҙай культуралары йыйып алды. Гектар ҡеүәте уртаса 18.9 центнер тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында 10-сы урынды биләй. Рөстәм Хәмитов аграрийҙарға артабан да һөҙөмтәле эшләүҙәрен теләне, ауыл хужалығы һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булыуын белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика