Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Өфөгә килә 08.07.2015

Алдағы ике көндә ул баш ҡалала БРИКС һәм ШОС саммиттарында ҡатнаша. БРИКС саммиты саралары бөгөн асылды. Иртәгә  лидерҙар БРИКС-тың профсоюз ойошмалары вәкилдәре һәм Эшлекле совет ағзалары менән осраша. Артабан дәүләт башлыҡтары бергә йыйыласаҡ, осрашыуҙың бер өлөшө иртәнге аш форматында уҙа.

Ил лидерҙары Украиналағы, Грециялағы хәлдәрҙе һәм «Ислам дәүләте» террористик төркөмөнә ҡаршы көрәште тикшерә. Һуңынан киңәйтелгән ултырыш һәм документтарға ҡул ҡуйыу тантанаһы үтә. Рәсәй Президенты саммиттарға йомғаҡ яһап ике яҡлы осрашыуҙар уҙғарасаҡ. Шул уҡ көндө БРИКС, ШОС һәм Евразия иҡтисади союзы илдәре лидерҙарының рәсми булмаған осрашыуы, БРИКС ойошмаһында ҡатнашыусы дәүләттәр хөрмәтенә ҡабул итеү ойошторола. Саммит йомғаҡтары буйынса Өфө декларацияһына һәм Эшмәкәрлек планына ҡул ҡуйыу ҡаралған. Рәсәйҙең тәҡдиме буйынса БРИКС илдәренең 2020 йылға тиклемге Иҡтисади партнерлыҡ стратегияһы ҡабул ителәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика