Бөгөн - Рәсәй Конституцияһы көнө 12.12.2016

Бынан 23 йыл элек тап ошо көндө Рәсәй халҡы реферундумда илдең яңы конституцияһы өсөн тауыш бирә.  1993 йылдың 25 декабрендә яңы закон ғәмәлгә инә. Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 1994 йылдан был көн дәүләт байрамы тип иғлан ителде.

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы юғары юридик көскә эйә һәм илдең барлыҡ биләмәләрендә лә ҡулланыла.  Вазифаһына аяҡ баҫҡанда, Рәсәй Президенты Рәсәй Конституцияһы экземплярына таянып халыҡ алдында ант бирә.12 йыл дауамында Конституция көнө Рәсәй халҡы өсөн байрам көнө була. Әммә 2005 йылда Хеҙмәт кодексына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 12 декабрь йәнә эш көнө тип иғлан ителде. Ошо уҡ йылдың июлендә Рәсәй Конституцияһы көнө иҫтәлекле даталар исемлегенә индерелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика