Бөгөн Рәсәй эшҡыуарлығы көнө, ә Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ аҙнаһы тамамланды 26.05.2017

Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ иҡтисадтың төп терәге булып тора. Республика башлығы ҡарамағындағы эшҡыуарлыҡ буйынса координация советының бөгөнгө ултырышында ла һүҙ  ошо өлкәне үҫтереү йүнәлештәре, көнүҙәк проблемалар хаҡында барҙы.

Әлеге ваҡытта рнеспубликала  136 мең урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеһы иҫәпләнә. Былтыр  асылғандар иҫәбе 24 мең тирәһе булһа, ябылғандары ла бар, был һан кәмерәк. Тотош Рсәй буйынса алып ҡарағанда был бик яҡшы күрһәткес, тине республика башлығы. Йүнселдәр былтыр 937 миллиард һумлыҡ продукция етештергән. Власть тарафынан бизнесҡа ярҙам күрһәтелә, шул уҡ ваҡытта проблемалар ҙа юҡ түгел. Методик ярҙам күрһәтеү, эшҡыуарҙарҙың белемен камиллаштырыу, һалым ставкаларын кәметеү ыңғай һөҙөмтә бирер ине.  Әле микрокредиттарҙың  проценты 12-нән 11-гә тиклем төшөрөлгән.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика