Бөгөн поезда алыҫ сәфәргә сығыусылар гражданлыҡ бурысын Өфө тимер юл вокзалында ла үтәй ала

Бөгөн поезда алыҫ сәфәргә сығыусылар  гражданлыҡ бурысын Өфө тимер юл вокзалында ла үтәй ала 18.09.2016

Әйтәйек, Өфө тимер юл вокзалындағы һайлау участкаһы уңайлыҡтары менән тиҫтәләрсә пассажир ҡулланып өлгөргән. Бында поездағылар тауыш биреү мөмкинлеге барлығы хаҡында алдан иҫкәртелә. Шулай уҡ бөгөн баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға ойошторолоған өҫтәмә һайлауҙа ҡатнаша.

Өфө тимер юл вокзалында һайлау участкаһы тәүге тапҡыр 2008 йылда булдырыла. Тәжрибә күрһәтеүенсә, Берҙәм тауыш биреү көнөндә бында ике йөҙгә яҡын кеше гражданлыҡ бурысын үтәй.
Ҡулда теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы булғанда, сәйәси ҡарашты юлда саҡта ла белдерергә мөмкин. Был хаҡта поезд пассажирҙары алдан иҫкәртелә. Алыҫ сәфәргә сығыусылар өсөн вокзалдың икенсе ҡатында илдең киләсәген билдәләү мөмкинлеге бирелгән. Ауырғазы районынан Гөлшат Биккинина һайлаусы булараҡ был уңайлыҡтарҙан ҡәнәғәт. «Себергә эшкә хәҙер тыныс күңел менән юлланам»,- ти.
Был һайлау участкаһында шулай уҡ вокзал хеҙмәткәрҙәре лә тауыш бирә ала.  «Эш урынынан һорап китәһе түгел»,-тип ҡыуана улар.
Өфөнөң  Инорс биҫтәһендә йәшәүселәр ҙә федераль кимәлдә халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртасаҡ депутаттар өсөн тауыш биреүҙә әүҙемлек күрһәтә. Бынан тыш, улар Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙар буйынса кандидаттар өсөн дә тауыш бирә ала. Шуға ла урында һәр кемгә бюллетендәр һаны күберәк тәғәйенләнгән.
Әйткәндәй, 60-сы лицейҙа барлығы өс һайлау участкаһы ойошторолған. Ғәҙәттәгесә, иртәнсәк тауыш биреүҙә оло йәштәгеләр әүҙемлек күрһәткән, ижтимағи-сәйәси тормошҡа йәштәр ҙә битараф түгел. Участка рәйестәре барыһының да байрам кәйефе булыуын билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика