Бөгөн Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Ҡырғыҙстандың дәүләт башлығы Алмазбәк Атамбаев менән осрашты 20.06.2017

Ул әле рәсми эш сәфәре менән Рәсәйҙә. Һөйләшеү барышында ике яҡлы хеҙмәттәшлекте камиллаштырыу мәсьәләләре ҡаралды. Артабан осрашыу делегациялар кимәлендә дауам итте. Сәфәр һөҙөмтәләре буйынса хеҙмәттәшлек тураһында ведомство-ара килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.

Владимир Путин менән Алмазбәк Атамбаев союзды нығытыу һәм Рәсәй менән Ҡырғыҙстан араһында стратегик партнерлыҡ тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйҙы. Сарала Башҡортостан башлығы ла ҡатнашты. Алмазбәк Атамбаев Рәсәйгә дәүләт сәфәре барышында 22- 23 июндә Башҡортостанға килеүе лә көтөлә. Уның республика башлығы менән осрашыуы ҡаралған. Рәсәйҙә Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Ҡырғыҙстан Республикаһы сәнғәт оҫталарының концерты үтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика