Бөгөн Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовты ҡабул итте

Бөгөн Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путин  Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовты ҡабул итте 05.08.2016

Осрашыуҙа  Республика башлығы ил етәксеһен Башҡортостандағы социаль-иҡтисади хәл менән таныштырҙы. Осрашыу ваҡытында Рөстәм Хәмитов тәүге ярты йыллыҡтың республика иҡтисады өсөн яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланыуын билдәләне. Һалым түләүҙәр өлкәһендә былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 12 процент үҫеш күҙәтелә,  инвестициялар климаты өлкәһендә лә алға китеш бар.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, республикала яңы сәнәғәт линиялары асыла, быйыл ағас эшкәртеү буйынса ҙур предприятие файҙаланыуға тапшырыла. Австрия бизнесмендары уға 150 миллион евро инвестиция һалған. Предприятиеларҙы кооперацияларға берләштереү буйынса эш бара. Нефть һәм газ химияһы комплексы объекттары кластерҙарға берләшә.
Башҡортостан башлығы торлаҡҡа сират мәсьәләһенә лә туҡталды. Республикала әле 90 мең самаһы ғаиләне фатир менән тәьмин итергә кәрәк. Мәсьәлә ҡатмарлы ғына, ҙур финанстар талап итә, әммә хәл ителерлек. 2012 йылда ил президенты ҡуйған бурыс-маҡсаттар Башҡортостанда үтәлә, тине Рөстәм Хәмитов Владимир Путин менән осрашыуҙа.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика