Бөгөн иртән саммиттар сиктәрендә Рәсәй һәм Ҡытай илдәренең таможня хеҙмәте етәкселәре лә осрашты

Бөгөн иртән саммиттар сиктәрендә Рәсәй һәм Ҡытай илдәренең таможня хеҙмәте етәкселәре лә осрашты 09.07.2015

Андрей Бельянинов коллегаһы Юй Гуанчжоу менән ведомстволар эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Айырыуса «Йәшел коридор» проекты  ентекле өйрәнелде. Ул ике дәүләт араһында тауар әйләнешен арттырыуҙы күҙ уңында тота. Проект буйынса ябайлаштырылған документ рәсмиләштереү процедураһы ҡаралған.  Тағы ла яҡтар бер-береһенең таможня контроле һөҙөмтәләрен ҡабул итеү кәрәклеге тураһында фекер алышты. Тағы бер мөһим һорау - Бөйөк ебәк юлы сиктәрендә ведомстволар хеҙмәттәшлеге. Ике яҡтың һөҙөмтәле эше дәүләттәр араһында тауар әйләнешен яңы кимәлгә сығара ала тип билдәләне Рәсәйҙең федераль таможня етәксеһе Андрей Бельянинов. Бөгөн ул шулай уҡ Монголияның таможня идаралығы етәксеһе менән дә осраша. Программала өс яҡлы килешеү төҙөү ҡаралған.    
Андрей Бельянинов, Рәсәйҙең федераль таможня хеҙмәте етәксеһе: «Кәңәшмә менән ҡәнәғәтбеҙ. «Йәшел коридор» проекты буйынса уртаҡ ҡарарҙар таптыҡ. Әле беҙең алда мәғлүмәт менән алышыу эшен яҡшыртыу бурысы тора, электрон документ әйләнеше мөмкилектәрен ҡарайбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика