Бөгөн Өфөлә Ҡырым менән Севастополдең Рәсәйгә ҡайтанан ҡушылыуына ике йыл тулыуы уңайынан митинг-концерт уҙа

Бөгөн Өфөлә Ҡырым менән Севастополдең Рәсәйгә ҡайтанан ҡушылыуына ике йыл тулыуы уңайынан митинг-концерт уҙа 18.03.2016

Конгресс-холл алдындағы майҙанда республиканың билдәле сәхнә оҫталары һәм сәнғәт коллективтары сығыш яһай. Ул көндөҙгө 4-тә башлана. Майҙанға йыйылған халыҡ был иҫтәлекле ваҡиғаға ҡарата үҙ ҡарашын белдерәсәк. Митингта ҡатнашыусыларҙы республиканың парламент партиялары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре сәләмләйәсәк.

Ҡырым һәм герой-ҡала Севастополдең Рәсәйгә ҡайтанан ҡушылыуы тураһында референдум 2014 йылдың 16 мартында үтте. Теләктәшлек акцияһы өсөнсөгә уҙа. 2014 йылдың 16 мартында ойошторолған тәүге сарала ҡатнашыусылар «Көнсығышҡа сәфәрҙе туҡтатайыҡ»  девиз аҫтында Украиналағы хәлдәргә борсолоу белдерҙе. Рәсәй федерацияһының яңы субьектының халҡы үҙ ирке менән тарихи ғәҙеллекте урынлаштырыуына теләштәшлек күрһәтеп, республика халҡы 2015 йылдың 18 мартында йәнә бер майҙанға йыйылды. Унда билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төрлө һөнәр эйәләре бар ине. Тыуған илгә, уртаҡ Ватаныбыҙ Рәсәйгә һөйөүен иҫбатланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика