Бөгөн Өфөлә ун бишенсе Рәсәй энергетика форумы асылды 27.10.2015

Күләмле сарала 100-ҙән ашыу энергетика тармағы компаниялары ҡатнаша. Форум сиктәрендә  «ШОС һәм БРИКС энергетикаһы», «Энергияны һаҡлау. Яҡтылыҡ техникаһы. Кабель» күргәҙмәләре лә ойошторолған.  

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың иҡтисадын үҫтереүҙә энергетика форумы мөһим сараларҙың береһе булып тора.  Бөгөн бында энергетика өлкәһенең иң яҡшы вәкилдәре йыйылған. Форум эшлекле бәйләнештәр булдырырға, яңы инновация юлдары табырға ярҙам итә.  
Бөгөн һәр төбәк иҡтисадын арзан һәм сифатлы энергетика ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә, был Башҡортостан өсөн дә көнүҙәк һанала. Был йәһәттән Өфөлә асылған Рәсәй энергетика форумы тәжрибә уртаҡлашыу буйынса майҙансыҡ булып тора.
Күргәҙмәлә Башҡортостан башлығы энергетика тармағында алдынғы технологиялар менән танышты. Мәҫәлән, Ростов өлкәһенән килгән был компания энергияны һаҡсыл ҡулланыусы яҡтылыҡ ҡоролмалары менән тәьмин итә. Рөстәм Хәмитов урам шәмдәре менән яҡындан танышҡандан һуң уларҙы Өфөлә лә  ҡулланып ҡарарға ҡушты.    
Йыл һайын күргәҙмәлә Рәсәй һәм сит илдәрҙән бик күп предприятиелар ҡатнаша. Мәҫәлән, быйыл Өфөгә илдең 18 төбәгенән, шулай уҡ Белоруссия, Сербия һәм Германиянан 120 компания вәкилдәре килгән. Әйтергә кәрәк, бындай саралар донъялағы ҙур компаниялар менән килешеүҙәр төҙөү, бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеген бирә.  
Форумда сығыш яһаусылар билдәләүенсә, бында профессионалдар осраша. Улар ниндәй яңы технологиялар барлыҡҡа килгәнен ҡарай, ғәмәлгә ашырыу өсөн үҙҙәренең технологияларын тәҡдим итә. Форум - ул ҙур күргәҙмә, йәрминкә, бында бер һөнәр эйәләре йыйылып, мәсьәләләрҙе хәл итеү алымдарын эҙләй.
Йыл һайын энергия сығанаҡтарына ихтыяж арта. 2030 йылға кешелектең энегрия ҡулланыуы бөгөнгө менән сағыштырғанда, 40-50 процентҡа үҫеүе ихтимал. Шуға ла көнкүрештә энергияны һөҙөмтәле ҡулланыуҙа Өфөлә асылған бөгөнгө күргәҙмәнең әһәмиәте ҙур, ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика