Бөгөн Өфөлә Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумы асылды 06.07.2017

Пленар ултырышта ике ил халыҡтарының милли йолаларын һаҡлап ҡалыу, экстремизмды, милләт-ара һәм дини конфессия низағтарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре, туризм һәм йәштәр сәйәсәте өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығытыу темаһы ҡаралды. Сит ил делегацияһын Иран президентының милли һәм дини аҙсылыҡ мәсьәләләре буйынса махсус ярҙамсыһы Али Юнеси етәкләй. Рәсәй яғынан ил президенты хакимиәте вәкилдәре, федераль һәм төбәк министрлыҡтары вәкилдәре, Дума депутаттары ҡатнаша.

Форумды Өфөлә ойоштороу тураһында килешеү Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Игорь Бариновтың былтыр Иранға сәфәре барышында ҡабул ителде. Унда  Башҡортостан  делегацияһы ла ҡатнашты. Төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә арналған форум  ике ил халҡына бер-береһенең мәҙәниәтен һәм милли йолаларын тәрәнерәк белергә ярҙам итергә тейеш.
Әлеге ваҡытта Иран Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының сит ил партнеры һанала. 2010 йылда бында ошо илдең мәҙәни үҙәге асылған. Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университеты ла Иран менән шәрҡиәт, фарсы теле һәм әҙәбиәте өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә. Уның студенттары  көнсығыш дәүләттең теле һәм йолалары менән яҡындан танышыу маҡсатында был илгә йыш йөрөй.  
Форум сиктәрендә «Милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү» секцияһы ойошторолдо. Унда милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, милли һәм дини нигеҙҙәге экстремизм күренештәрен иҫкәртеү, Рәсәй-Иран йәштәр хеҙмәттәшлеге мөмкинлектәре, ике илдең туризм өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.
Былтыр Башҡортостан менән Ирандың тышҡы тауар әйләнеше 4 миллион долларҙан ашып киткән. Әлбиттә, был әллә ни күп түгел, шулай ҙа алдағы йылдар менән сағыштырғында һиҙелерлек алға китеш күҙәтелә.  
Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумы ике илде яҡынлаштырыусы сара ла булып тора. Бының өсөн һуңғы йылдарҙа эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Атап үткәндә, бер аҙна самаһы элек кенән Рәсәй туристары төркөмөнә Иранға визаһыҙ барыу мөмкинлеге бирелде. Ошондай уҡ ҡарар март аҙағында беҙҙең илдә лә тормошҡа ашырыла башланы. Ҡабул ителгән үҙгәрештәр туристары һанының артыуына, шуның менән бергә ике ил араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән.  
Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумы иртәгә лә дауам итә. Сарала ҡатнашыусылар Ҡырмыҫҡалы районында үтәсәк «Сыңла, салғы!» республика фольклор байрамында ҡатнашыр тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика