Бөгөн Өфөлә икенсе төбәк-ара юридик форум башланды 07.09.2015

Ул Рәсәй һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палаталары вәкилдәре ҡатнашлығында үтә. Сарала шулай уҡ төбәктең юридик һәм социаль-хоҡуҡи факультеттары студенттары ҡатнаша.

Быйылғы форумдың төп темаһы - ғәҙел һайлауҙар. Кампанияны хоҡуҡ сиктәрендә үткәреү, ҡағиҙә боҙоуҙарға юл ҡуймау мәсьәләһен «Ғәҙел һайлау өсөн» йәмәғәт корпусы күтәреп сыға. 2012 йылда барлыҡҡа килгән хәрәкәт һайлауҙарҙа эшләйәсәк күҙәтеүселәрҙе әҙерләй, ваҡиғаларҙы киң мәғлүәмәт сараларында сағылдырасаҡ журналистар менән эш алып бара. Күҙәтеүселәр юридик белеме булған йәштәр араһында һайлап алына. Улар һайлауҙарҙа теркәлгән ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәп, был факттар тураһында тейешле инстанцияларға хәбәр итә.
Денис  Паньшин, Рәсәйҙең үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы, «Ғәҙел һайлау өсөн» корпусының йәмәғәт советы рәйесе: «Беҙҙең хәрәкәт Рәсәйҙең һәр төбәгендә тиерлек бар. Йәштәр ирекмәнлек башланғысында эшләй, сафтарыбыҙға ил тормошона битараф булмағандарҙы йәлеп итәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика