Бөгөн Өфөлә «Газ. Нефть. Технология»  халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды 20.05.2015

Ул 23-сө тапҡыр ойошторола.  Сараны асыу тантанаһында   Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең нефть-газ сәнәғәтселәре союзы  рәйесе Геннадий Шмаль  ҡатнашты.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, йылдан-йыл күргәҙмәлә ҡатнашырға теләүсе  предприятиеларҙың иҫәбе арта. Сөнки  форум нефть, газ тармағындағы  асыштар, алдынғы ҡаҙаныштар менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу,  хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйыу майҙаны булып тора. Быйыл  күргәҙмәлә  Рәсәйҙең 35 төбәгенән һәм  тиҫтәнән ашыу сит илдән  400-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Экспозициялар 14 мең квадрат метрҙы биләй. Иң ҙур делегация Ҡытайҙан,  күргәҙмәлә был илдең 13 предприятиеһы үҙ  продукцияһы менән таныштыра. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә,  был аҙнаны  газ, нефть, химия аҙналығы тип атарға мөмкин. Иртәгә Өфөлә «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы асыла. Был саралар тармаҡта яңы бәйләнештәргә нигеҙ һалыр тип көтөлә.
Быйыл бында республиканың геофизика кластеры ла урын алған, ул нефть ятҡылыҡтарын табыу, быраулау буйынса махуслашҡан дүрт тиҫтәгә яҡын предприятиены бер ҡанат аҫтына йыйған.  Был предприятиеларҙың йыллыҡ етештереү ҡеүәте 25 миллиард һум тирәһе, биш йылдан улар был һанды дүрт тапҡырға арттырырға ниәтләй.   Кластерға инеүселәр фекеренсә,  импортты алмаштырыу мәлендә  берләшеү яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Сара сиктәрендә шулай уҡ  ғилми-ғәмәли конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороу ҡаралған.   Һүҙ  импортты алмаштырыу, етештереү ҡеүәттәрен  арттырыу, социаль йүнәлештәге эшмәкәрлекте көсәйтеү хаҡында  барасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика