Бөгөн Өфөлә Башҡортостан татарҙары төбәк милли-мәҙәни автономияһының дүртенсе отчет-һайлау конференцияһы үтте

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан  татарҙары төбәк милли-мәҙәни  автономияһының  дүртенсе отчет-һайлау конференцияһы үтте 09.04.2016

Эшлекле мөнәсәбәттәргә ҡоролған ҡорҙа 300- ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Башҡортостан татарҙары төбәк милли-мәҙәни автономияһы  йәмғиәттә этник мәҙәниәтте һаҡлаусы, төрлө халыҡтар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыусы булараҡ сығыш яһай. Бөгөнгө конференция Башҡортостанда йәшәүсе татар милләтенең алдағы дүрт йылға үҫеш концепцияһын барланы.

Башҡортостан татарҙары төбәк милли-мәҙәни автономияһы  Рәсәйҙә  2025 йылға тиклем милли сәйәсәтте алып барыу стратегияһына ярашлы, мөһим эштәр башҡара. Конференцияла сығыш яһаусылар  татар халҡының милли үҙаңын, телде  һаҡлауҙы һәм өйрәнеүҙе, тарихи һәм мәҙәни мираҫты байытыуҙы, башҡа милләттәр менән дуҫ һәм татыу йәшәүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Башҡортостандың өс төбәгенән, Өфө, Кушнаренко, Благовещен ҡалаларынан  башланған йәмәғәт ойошмаһы бөгөн 25 районда үҫешкән. Киләсәктә уның эшмәкәрлен  республиканың
46 районында асыу ҡаралған. «Туҡай моңдары», «Ике аҡҡош», «Татар ғаиләһе», «Балҡыш» проекттары  ике республика араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытып ҡына ҡалмай, Башҡортостан татарҙарының зауығын, рухын  үҫтереүгә лә булышлыҡ итә.
Башҡортостанда 503 татар теле кабинеты эшләй, 90 мәктәптә татар теле уҡытыла. Конференцияла ҡатнашыусылар киләсәктә лә татар теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Башҡортостан Хөкүмәтенә  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университетының татар теле кафедраһы эргәһендә телде, мәҙәниәтте, әҙәбиәтте, тарихты өйрәнеү үҙәген асыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итәсәк. Башҡортостан татарҙары төбәк милли автономияһы Ғабдулла  Туҡайҙың тыуыуына 130 йыл тулыу уңайынан Өфөлә һәйкәл урынлаштырыу тәҡдиме менән сығыш яһай. Йәмәғәт ойошмаһының эмблемаһы ла бит Рәсәйҙе төйәк итеүсе, Башҡортостанда йәшәүсе милләттәр араһында дуҫлыҡты һәм татыулыҡты сағылдыра.
Ниндәй сара тальян моңдарынан тыш үтһен. Туймазы районы аҡһаҡалы Йәмил Хәсәнов алты йәшенән гармунда уйнай. Уның
гармун коллекцияһында һикһәндән ашыу экспонат. Улар милли байрамдарға сағыу биҙәк кенә өҫтәп ҡалмай, моң да өләшә.
Ғүмере буйы водитель булып эшләүсе уҙаман һуңғы егерме биш йыл эсендә тальян гармун күректәре яһау һәм уларҙы биҙәү менән мәшғүл. Башҡортостан татарҙары төбәк йәмәғәт ойошмаһы конференцияһына ул үҙ халҡының хәтер һандығында һаҡланған моңдарҙы алып килгән.
Конференцияның ҡарарҙары изге. Йәштәрҙе дөйөм кешелек ҡиммәттәре аша гуманлыҡҡа һәм этник тарихи нигеҙгә таянып тәрбиәләү. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда йәшәгән төрлө милләт, дини конфессиялар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡҡа булышлыҡ итеү. Башҡортостан татарҙарының төбәкмилли-мәҙәни автономияһы үҙ эшмәкәрлеген  Рәсәй милләтен берләштереү федераль маҡсатлы программа сиктәренә ярашлы тормошҡа ашырасаҡ.
Конференцияның иң өлкән йәштәге ҡунағы - Туймазы районынан Йәмил Хәсәнов. Һикһән һигеҙ йәшлек уҙаман тальян гармундар эшләүсе булараҡ абруй һәм дан ҡаҙанған. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәмил Хәсәнов: «Беҙҙең кеүек моң өләшеүселәр булғанда телебеҙ, йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ бер ваҡытта ла юғалмаясаҡ»,- ти.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика