Бөгөн Өфөгә Ҡытай Халыҡ Республикаһы Ляонин провинцияһының рәсми делегацияһы килде 10.11.2015

Сәфәр ШОС илдәре төбәктәренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге сиктәрендә ойошторолған.

Ҡунаҡтар араһында Сит ил эштәре канцелярияһы, Иҡтисад һәм мәғлүмәт буйынса совет, Фән һәм техника департаменты, Ляонин провинцияһының транспорт идаралығы вәкилдәре бар. Делегацияны Ҡытай коммунистар партияһының төбәк комитеты секретары, провинциялағы Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышының даими комитеты рәйесе Ли Син етәкләй. Сит ил ҡунаҡтары Башҡортостан менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итергә ниәтләй.
Ли Син,  Ляонин провинцияһының рәсми делегацияһы етәксеһе  /Ҡытай халыҡ республикаһы/: «Беҙ Башҡортостан менән машиналар төҙөү, туризм, фән һәм техниканы үҫтереү тармаҡтарында хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Төбәктәр араһында барлыҡҡа килгән бәйләнеш һөҙөмтәле булыр тип ышанабыҙ».
Шулай уҡ бөгөн Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы менән «Хайчен Нефтемаш» компанияһы араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға ярашлы, яҡтар нефть химияһы тармағында хеҙмәттәшлек итәсәк. Мәҫәлән, Ҡытай инвесторҙары республикала быраулау ҡоролмалары етештереү заводы төҙөйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика