Бөгөн Өфөгә халыҡ-ара ШОС һәм БРИКС самиттарында ҡатнашыу өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путин килде 08.07.2015

Өфө аэропортында уны Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Владимир Путин  рәйеслек итеүсе ил башлығы булараҡ, БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуында һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары советы ултырышында ҡатнашасаҡ. Сит ил етәкселәре Өфөгә кисә килә башлағайны. Бөгөн иртән «Өфө» халыҡ-ара аэропорты Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон самолетын ҡабул итте. Әйткәндәй, Тажикстан былтыр Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы эстафетаһын тап Башҡортостанға тапшырғайны.  Артабан саммиттарҙа ҡатнашыу өсөн  Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин килде. Ҡытай  беҙҙең төбәк өсөн эшмәкәрлектең күп тармаҡтарында ышаныслы сауҙа партнерҙарының береһе булып тора. Иҡтисад тураһында һүҙ йөрөткәндә, Ҡытай менән Башҡортостан араһындағы тауар әйләнеше 700 миллион долларға  еткән тиерлек. Бөгөн шулай уҡ Башҡортостанға тәүге тапҡыр Һиндостан Премьер-министры  Нарендра  Моди аяҡ баҫты.  Һиндостан менән Башҡортостан араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр үҫеш юлында. Республиканан был илгә машиналар һәм ҡорамалдар, шул иҫәптән авиация двигателдәре һәм уларҙың өлөштәре, химия һәм металлургия сәнәғәте тауарҙары оҙатыла.  Республикаға машиналар төҙөү продукцияһы, органик булмаған химия продукттары -  алюминий хлориды, фармацевтика тауарҙары индерелә.  Өфөгә шулай уҡ Белоруссия президенты Александр Лукашенко ла килде. Ул  ШОС илдәре башлыҡтары ултырышында ҡатнашасаҡ. Белоруссия - Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының диалог буйынса партнеры булараҡ сығыш яһай.  Александр Лукашенко БРИКС дәүләттәре осрашыуына ла  саҡырылған. Расписаниенан бер аҙ тайпылып бөгөн Бразиялия Президенты дилма Роуссефф та килде. Өфө аэропортында уны Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Өфө тотош донъя иғтибарын йәлеп итте. Йөҙәрләгән телекомпания һәм матбуғат саралары һәр минут һайын Башҡортостанда барған хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәр итә. Был һүҙҙәр ҙә тиҫтәләгән телгә тәржемә ителеп миллионлаған халыҡҡа еткереләсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡытай халыҡ республикаһы рәйесе Си Цзиньпин менән осрашыуы саммиттарҙы ойоштороу кимәле тураһында фекер алышыуҙан башланды. Сит ил ҡунағы Өфөгә яҡшы кәйефтә килеүен белдерҙе
Си Цзиньпин күптән түгел  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған байрамда ҡатнашты. Мәскәүҙән онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алып ҡайттым, тине Ҡытай лидеры. Рәсәй Президентын да ул илде Япон баҫҡынсыларынан азат итеү  уңайынан уҙғарылған байрам сараларында ҡатнашырға саҡырҙы. Һуңынан Владимир Путин Белоруссия Президенты  Александр Лукашенко менән әңгәмәләште. Ут күрше һәм стратегик ил етәксеһе менән осрашыу дуҫтарса шарттарҙа үтте.
Президент Эмомали Рахмон менән осрашыуҙа һүҙ быйыл сентябрҙә Тажикстанда уҙасаҡ форум тураһында барҙы.Ә инде  Һиндостандың Премьер-министры Нарендра Моди менән әңгәмә  Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы йылъяҙмаһында тарихи көн булараҡ һаҡланасаҡ.
Һиндостан һәм Пакистан Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына инеү теләген былтыр сентябрҙә белдергәйне. Рәсәй Президентының Джейкоб Зума  менән осрашыуы ла эшлекле һәм йылы шарттарҙа үтте. Владимир Путин әйтеүенсә, Көньяҡ Африка республикаһы беҙҙең илдең ышаныслы һәм стратегик партнеры.  Сит ил вәкиле үҙ сиратында ойоштороу кимәленең юғары булыуына рәхмәтен белдерҙе.
Ил башлығы Бразилия Президенты менән дә эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Иртәгә Шос һәм БРИКС ойошмаларына ингән илдәр етәкселәрен тағы ла көсөргәнешлерәк  көн көтә. Саммиттарҙа халыҡ-ара кимәлдә мөһим документтар ҡабул итеү, килешеүҙәр төҙөү ҡаралған.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика