Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың көҙгө сессиялағы эшмәкәрлегенең төп темалары билдәләнде

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың көҙгө сессиялағы эшмәкәрлегенең төп темалары билдәләнде 02.09.2014

Ошо уңайҙан парламент рәйесе Константин Толкачев комитет рәйестәре менән осрашты.

Закондарҙы камиллаштырыу буйынса ҡабул ителгән программаға ярашлы, көҙгө сессияла 60-ҡа яҡын закон проекты ҡараласаҡ. Мәҫәлән, парламенттың сәнәғәт сәйәсәте, инфраструктура үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса комитеты, республикала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә зыян күреүселәргә бушлай юридик ярҙам күрһәтелергә тейеш, тигән тәҡдим менән сығыш яһай. Республикала 29 августа  үткән дауылды иҫәпкә алғанда, был яңылыҡ айырыуса көнүҙәк мәсьәләгә ҡағыла. Дүрт ай эсендә депутаттар алдында күләмле эштәрҙе  атҡарыу бурысы тора. Парламент-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә көҙгө сессия осоронда республикаға Төркиәнең Бөйөк милли йыйылышы парламентарийҙары килеүе лә көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку