Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары көҙгө сессияла һуңғы ултырышын үткәрҙе 22.12.2016

Парламент ултырышында 50-нән ашыу һорау ҡаралды. Шулай уҡ алдағы йылдың яҙғы сессияһына эш йүнәлештәре билдәләнде.  

Башҡортостанда бушлай ер участкалары мохтажлыҡ кисергән күп балалы ғаиләләргә генә бирелә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары бөгөн пленар ултырышта ошоға бәйле закон проектын тулыһынса ҡабул итте. Ишле ғаиләләр йәки инвалид бала тәрбиәләүселәр милкендәге биләмә 8 сутыйҙан кәмерәк булған осраҡта ғына, улар дәүләттән бушлай ер участкаһына дәғүә итә ала мөмкин. Депутат Булат Йомаҙилов әйтеүенсә, законда ошондай иҫмәртмә ергә мохтаж ғаиләләр араһында  сиратты кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Парламент депутаттары ветерандар тураһындағы закон проектына үҙгәрештәрҙе лә хупланы.  Бынан ары Сүриәлә  махсус бурыстарын үтәүселәр хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ветерандарға тиңләштерелә. Ултырышта шулай уҡ, составында спиртлы шыйыҡса булған косметик лосьондарҙы һатыуға ҡағылышлы  закон проекты әҙерләү бурысы ҡуйылды. Яңыраҡ Иркутск ҡалаһында «Боярышник» эсеп ағыуланыусылар фажиғәһе был тәңгәлдә закондарҙы ҡатыландырыуҙы талап итә.
Киләһе йылдан һуңғы ҡыңғырау тантаналары үткән  көндәрҙә алкоголь продукцияһы менән сауҙа итеү тыйыласаҡ.  Шулай уҡ республикала спиртлы эсемлектәр әйләнешенә бәйле үҙгәрештәр индереүҙе лә депутаттар бер тауыштан хупланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика