Бөгөн бишенсе «Йәш һөнәрмәндәр» милли чемпионаты менән өсөнсө «JuniorSkills» милли чемпионаттары еңеүселәрен республика башлығы ҡотланы

Бөгөн бишенсе «Йәш һөнәрмәндәр»  милли чемпионаты менән өсөнсө «JuniorSkills»  милли чемпионаттары еңеүселәрен республика башлығы ҡотланы 24.05.2017

Халыҡ- ара «WorldSkills» чемпионаты эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән. Башҡортостандан халыҡ-ара ярышта  юғары уҡыу йорттары, урта махсус белем биреү учреждениелары студенттары  һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.  

Краснодар крайында үткән чемпионатта йәш һөнәрмәндәр төрлө номинацияларҙа  призлы урындар яулаған. Йәштәр конкурстан һигеҙ миҙал менән ҡайтты. Эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ республикала көнүҙәкләген юғалтмай һәм тап ошондай еңеүҙәргә өлгәшеүселәр йәш быуын өсөн  өлгө булып тора. Үҙ ҡулдарың менән нимәлер етештереү, эшләй белеү тормошта һәр саҡ кәрәк,тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын  күтәреүгә йүнәлтелгән «Ворлдскиллс» хәрәкәте уҙған быуаттың  илленсе йылдарында барлыҡҡа килә. Әле ассоциация составында 70-тән ашыу ил. Рәсәйҙә ул 2012 йылда, республикала былтыр ойошторолдо. Башҡортостанда  «Йәш һөнәрмәндәр» төбәк чемпионаты үтә.  Краснодар крайындағы конкурста ҡатнашып  алтын миҙал яулаған йәштәр  Рәсәйҙең милли йыйылма командаһы составында бөтә донъя буйынса уҙғарыласаҡ һынауға әҙерләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика