Бөгөн Берҙәм Рәсәй партияһына нигеҙ һалыуға 13 йыл тулды 01.12.2014

Ошо уңайҙан бөгөн ил буйынса берҙәм граждандарҙы ҡабул итеү көнө үтте.

Өфөлә был сара партия рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә уҙҙы. Уны Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы депутаттары, Федерация Советы ағзалары уҙғарҙы. Көн дауамында граждандар үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙар, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар торошо, йәмәғәт транспорты һәм башҡа өлкәләргә ҡағылышлы мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итте. Һәр мөрәжәғәт теркәлеп бара. Уларҙың күбеһе буйынса ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителә. Ҡайһы бер һорауҙар Дмитрий Медведевтың үҙенә лә барып етә.
Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе: «Күпселек һорауҙар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеге, юлдар торошо, транспорт, һыу тәьминәте мәсьләләренә ҡағылды. Беҙ килеп тыуған хәлдәрҙән сығыу юлдарын табырға, халыҡҡа ярҙам итергә тырышабыҙ».
Ҡабул итеү бүлмәләренә һәр кем мөрәжәғәт итә алды. Мәҫәлән, Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт фонды республикала әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә башҡорт әҙәбиәте классигы исемендәге дәүләт премияһы булдырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Депутаттар был эштә ярҙам вәғәҙәләне. Депутаттар шулай уҡ республика райондарында ла булды.Шаран районында граждандарҙы Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова ҡабул итте. Осрашыуҙа социаль өлкәгә һәм юлдарға бәйле мәсьәләләр ҡаралды.
Рима Баталова, Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты: «Ауылдаштар, райондаштар менән осрашыу һәр ваҡыт күңелле. Уларҙы борсоған бер нисә мәсьәләне күҙәтеүгә алдыҡ. Ярҙам итергә тырышасаҡмын».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика