Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе сәйәси кампанияға йомғаҡ яһаны

Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе  сәйәси кампанияға йомғаҡ яһаны 24.09.2014

Төбәк бүлексәһенең президиум ултырышында билдәләнеүенсә, «Берҙәм Рәсәй» кандидаттарының юғары проценттар йыйыуын халыҡтың фирҡәғә ышанысы тип
ҡабул итергә мөмкин.  

Башҡортостан Президентына кандидат Рөстәм Хәмитов өсөн һайлаусыларҙың 81 проценттан ашыуы тауыш биргән. Шулай уҡ йәмәғәтселектең сәйәси кампанияла әүҙем ҡатнашыуы ла ҡыуаныслы. Тимәк, халыҡ республиканың киләсәгенә битараф түгел, тип белдерелде осрашыуҙа. Ултырышта юғары күрһәткестәргә өлгәшкән район-ҡала бүлексәләре вәкилдәре Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Ошонда уҡ йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Төбәк бүлексәһе вәкилдәре әйтеүенсә, алда эш күп, халыҡтың һайлауҙа күрһәткән ышанысын аныҡ ғәмәлдәр менән аҡларға кәрәк.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика