Бөгөн Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына, ҡала округтары советына һәм ауыл биләмәһе советтарына, шулай уҡ Дәүләт -Йыйылышы Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттарға эфир ваҡытына йәрәбә һалыу үтте

Бөгөн Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһында етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына,  ҡала округтары советына һәм ауыл биләмәһе советтарына, шулай уҡ Дәүләт -Йыйылышы Ҡоролтайға депутатлыҡҡа кандидаттарға эфир ваҡытына йәрәбә һалыу үтте 16.08.2016

"Башҡортостан юлдаш телеканалы", "Юлдаш"  һәм "Спутник ФМ" радиоканалдарында  кандидаттарға агитация өсөн  588 минут бушлай эфир ваҡыты бирелә.

30 секунд- аҙмы ул күпме? "Рәсәй Коммунистары" партияһы вәкиле Хәсән Иҙиәтуллин телевидениела агитация өсөн  бушлай бирелгән  ошо тиклем  ваҡыт аҙ тип һанай. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһында кандидаттарға   радио һәм телевидение эфирҙарында  сығыш яһау өсөн  йәрәбә һалынды.

Һәр сәйәси фирҡәнең 30 секунд дауам иткән роликтары эфирҙа  19 тапҡыр ҡабатланасаҡ, белгестәр әйтеүенсә халыҡҡа төп фекереңде еткереү өсөн  ваҡыт етерлек буласаҡ. Өҫтәүенә- был бит бушлай эфирҙың бер өлөшө генә әле.      Башҡортостан юлдаш телеканалы, Юлдаш  һәм Спутник ФМ радиостанцияларында кандидаттарға дөйөм алғанда 588 минут эфир  ваҡыты бөтөнләй түләүһеҙ биреләсәк.  

Йәрәбә һалыу тәүҙә сәйәси фирҡәләр, артабан бер мандатлы округтар буйынса һуңынан инде Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға депутатлыҡҡа    һайланыусы кандидаттар  араһында үтте.  

Һайлауҙарҙа ҡатнашыусы партиялар күп һәм кандидаттар ҙа аҙ түгел. Йәш партиялар бар.Киң мәғлүмәт саралары аша сығыш яһау уларға программаһы менән таныштырыу,  халыҡҡа үҙен  танытыу өсөн кәрәкле.

Кандидатҡа киң мәғлүмәт саралары аша  конкуренттарға  яла яғыу , шулай уҡ сәйәси фирҡәләр хаҡында  кире ҡараш тыуҙырыусы,  һайлаусыларҙың мөнәсәбәтенә  йоғонто яһарҙай мәғлүмәт биреү тыйыла.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика